

Әлфит Закиров Дүртөйлө районындағы предприятиеһында ит өсөн эре мөгөҙлө мал үрсетә. Был эш менән 2006 йылдан алып шөғөлләнә.
Алты тиҫтә бестужев тоҡомло быҙау ала, биналар әҙерләй. 16 йыл эсендә мал башы 500-гә етә.
Ит комбинаттарға, сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Күптән түгел герефорд тоҡомло мал да ала. Был тоҡом мәрмәр ит бирә, сыҙамлы, талымһыҙ.
Районда эре мөгөҙлө мал үрсетеү үҫешә. Бөгөн хужалыҡтар баҙарҙа импорт итен үҙебеҙҙә етештерелгәне менән алмаштырырға ынтыла.
Әлфит Әбелфәтих улы ошо арала тағы ла 25 баш герефорд тоҡомло таналар алырға ниәтләй. Предприятиела әле эшләгән 11 хеҙмәткәр янына тағы ла 15 кеше алырға йыйына. Тиҙҙән сәсеү ҙә башлана бит. “ЗАиРАгро” ойошмаһына 600 гектар ер ҡарай. Унда бойҙай, арпа, күп һәм бер йыллыҡ үләндәр үҫтерелә. Шуға ла өҫтәмә эш ҡулдары бик урынлы булыр, ти ул.