

Коронавирус Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башлағандан алып республикала коронавирус 276 641 ауырыуҙа раҫланған. Уҙған тәүлектә йәнә 511 сырхау өҫтәлгән.
Әлеге ваҡытта 89 ауырыу ковидтан стационарҙа дауалана. Шуларҙың 11-е ауыр хәлдә.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 3 103.
Үткән тәүлектә инфекциянан 1100 кеше һауыҡҡан. Унан сәләмәтләнеүселәр йәмғеһе – 267 919.
Тәүлек эсендә ковид дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Афәтле сирҙән вафат булыусыларҙың дөйөм һаны – 5 530.
“Дауахананан тыш пневмония” диагнозы кисәле-бөгөнлө 12 сырхауға ҡуйылған.
Республикала вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 96,8 проценты прививканың ике компонентын да эшләткән. Беренсе компонентын яһатыусылар – 101,8 процент.