+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Апреля 2022, 05:31

Студенттар өсөн яңы конкурс

Башҡортостан йәштәрен “Студент стартапы” тигән яңы конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Уны инновацияларға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә илдең мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Был конкурста бакалавриат, специалитет, магистартура һәм аспирантурала белем алған йәштәр дәғүә итә ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Студенттар өсөн яңы конкурсСтуденттар өсөн яңы конкурс
Студенттар өсөн яңы конкурс

Башҡортостан йәштәрен “Студент стартапы” тигән яңы конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Уны инновацияларға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә илдең мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Был конкурста бакалавриат, специалитет, магистратура һәм аспирантурала белем алған йәштәр дәғүә итә ала.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук билдәләүенсә, йәштәр инициативаларын тормошҡа ашырыуҙа грант ярҙамы үҙ мәмкинлектәрен киңәйтте.

-2021 йылдың йомғаҡтары буйынса, 45 республика йәштәр проекты 23 461 700 һумлыҡ грант алған. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың беренсе ситтән тороп конкурсы 31 мартта тамамлана. Республика йәштәре 500 проект ебәргән. Хәҙер “Студент стартап”ына дәғүә итергә мөмкин.

Яңы конкурсҡа проекттар бөтә тематик йүнәлештәр буйынса ҡабул ителә: һанлы технологиялар, медицина, һаулыҡ һаҡлау технологияһы, химик технологиялар, яңы прибоҙар һәм башҡалар.

Конкурс әле үк дәғүәселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Сайтҡа ингән һәр өсөнсө кеше заявка тултыра башлаған тип белдергән Хәкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий чернышенко.

Конкурс федераль ҡаҙнанан финанслана. Үҙ эшеңде үҫтереүгә һәр кешегә 1 миллион һум аҡса бүленә. Конкурсҡа заявкалар 2022 йылдың 11 апреленә , 10 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. https://fasie.ru/studstartup/

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас