

Бөгөн, 1 апрелдә, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә 2022 йылдың 2-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы үҙ уҡыусыларына алдағы ярты йылда ла сағыу һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, фәһемле яҙмалар, файҙалы кәңәштәр тәҡдим итә.
Журнал биттәрендә “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында ил инәләре, заман һылыуҙары, үҙ һөнәре оҫталары, яҙмыш һынауҙары аша үтеп, үҙ бәхетен тапҡан ҡатындар тураһында, мауыҡтырғыс бүтән темаларға мәҡәләләр табырһығыҙ.
Журналға һеҙ:
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә;
- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- редакцияла яҙыла алаһығыҙ.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.
Бергә булдыҡ, ошо ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!