+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Апреля 2022, 13:25

Мәшғүллекте һаҡлау өсөн – 900 миллион һум

Башҡортостанда хеҙмәт баҙарына ярҙам күрһәтеү, ваҡытлыса мәшғүллекте, йәмәғәт эштәрен ойоштороу һәм граждандарҙы яңынан уҡытыу өсөн 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленәсәк. Был турала республика Хөкүмәтендә хәбәр иттеләр.

Мәшғүллекте һаҡлау өсөн – 900 миллион һумМәшғүллекте һаҡлау өсөн – 900 миллион һум
Мәшғүллекте һаҡлау өсөн – 900 миллион һум

Башҡортостанда хеҙмәт баҙарына ярҙам күрһәтеү, ваҡытлыса мәшғүллекте, йәмәғәт эштәрен ойоштороу һәм граждандарҙы яңынан уҡытыу өсөн 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленәсәк. Был турала республика Хөкүмәтендә хәбәр иттеләр.

Шуның 886 мең һумы санкция баҫымы шарттарында мәшғүллекте һаҡлау өсөн федераль бюджеттан бүленгән. Атап әйткәндә, дәүләт ярҙамын эш урындарын һаҡлап ҡалырға ынтылыусы, йәмәғәт эштәрен һәм хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри уҡытыуҙы ойоштороусы, хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырғанда эш урындарын матди-техник йыһазландырыусы ойошмалар аласаҡ.

Эш биреүселәрҙең хәле улар биргән мәғлүмәт нигеҙендә “Рәсәйҙә эш” Берҙәм һанлы платформала күҙәтеп барыла.

“Мониторингта республиканың бөтә эш биреүселәрен солғау мөһим. Был республикалағы эш биреүселәрҙең хәле хаҡында бөтә мәғлүмәтте күреү, ярҙамға мохтаждарға ваҡытында булышлыҡ итеү өсөн кәрәк”, – тип аңлатып үтте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

2022 йылдың 31 марты мәғлүмәттәре буйынса, 332 эш биреүсе тулы булмаған хеҙмәт көнөнә күсеү хаҡында мәғлүмәт биргән, уларҙа хеҙмәткәрҙәр һаны – 14,6 мең. 98,8 мең кеше эшләгән 233 ойошма хеҙмәткәрҙәрҙең һаны ҡыҫҡартылыуы хаҡында хәбәр иткән.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас