+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Апреля 2022, 11:05

Борайҙа физкультура- һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Борай районында 2022 йылдар аҙағына заманса физкультура- һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү күҙаллана. Бөгөн төбәккә эш сәфәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы.

Борайҙа физкультура- һауыҡтырыу комплексы төҙөләБорайҙа физкультура- һауыҡтырыу комплексы төҙөлә
Борайҙа физкультура- һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Борай районында 2022 йылдар аҙағына заманса физкультура- һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү күҙаллана. Бөгөн төбәккә эш сәфәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы.

Яңы физкультура- һауыҡтырыу комплексын “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә алып барыла. Ике ҡатлы бина тулыһынса автономиялы буласаҡ- үҙенең ҡаҙанлыҡтары һәм янғын резервуары ҡаралған.

Комполекс ике залға иҫәпләнгән: универсаль – көрәш, волейбол, баскетбол, шулай уҡ тренажер залы, сисенеү, душ бүлмәләре, массаж, табип, буфеттар, конференц залдар ҙа күҙ уңында тотолған.

  • Беҙ һәр баланың ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан спорт менән дуҫ булыуын теләйбеҙ. Мәктәптәге дәрестәрҙән һуң, уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған шөғөл менән мауығырға тейеш. Ә өлкәндәр  спорт залына килеп үҙҙәренең көндәлек эш проблемаларын азат булһын. Борайҙағы спорт комплексын 2022 йыл аҙағына төҙөп бөтөү ҡаралған. Беҙ бөтә республика буйлап ошондай комплекстарҙың төҙөлөшөн дауам итәсәкбеҙ,- тине үҙ сығышында Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас