+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Марта 2022, 10:50

Башҡортостандың инвесткомандаһы Президент Академияһында уҡыуҙар үтәсәк.

 Рәсәйҙең халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте Академияһының дәүләт идаралығы юғары мәктәбе илдең иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә “ Идара итеү оҫталығы – төбәк командаһының үҫеше” тигән белем биреү программаһына старт бирҙе. Йылдың март айынан октябргә тиклем Рәсәйҙең 45 төбәгенең инвестиция командалары унда уҡыуҙар үтәсәк.

Башҡортостандың инвесткомандаһы Президент Академияһында уҡыуҙар үтәсәк.Башҡортостандың инвесткомандаһы Президент Академияһында уҡыуҙар үтәсәк.
Башҡортостандың инвесткомандаһы Президент Академияһында уҡыуҙар үтәсәк.

 Рәсәйҙең халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте Академияһының дәүләт идаралығы юғары мәктәбе илдең иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә “ Идара итеү оҫталығы – төбәк командаһының үҫеше” тигән белем биреү программаһына старт бирҙе. Йылдың март айынан октябргә тиклем Рәсәйҙең 45 төбәгенең инвестиция командалары унда уҡыуҙар үтәсәк.

Төбәк һәм муниципаль кимәлдә инвестиция климаты өсөн яуап биргән етәкселәр һәм белгестәр белемдәрен камиллаштырасаҡ. Ҡатнашыусылар иҫәбендә Башҡортостан командаһы ла бар. Уға премьер- министр урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселек итә.

  • Башҡортостанда төбәк инвестция стандартының күп кенә элементтары уңышлы эшләй. Был инвестиция сәғәттәре, инвесторҙы берҙәм тәҙрә форматында оҙатыу, муниципаль кимәлдә бизнес- шерифтар институты. Бөгөнгө көндә беҙ инвесторҙарға үҙҙәренең проекттарын тиҙ арала тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Был иһә инвест майҙансыҡ эҙләүҙән алып объектты сафға индереүгә тиклем күҙ уңында тотола. Шуға күрә Президент Академияһында белем алыу, идара итеүҙәге иң яҡшы тәжрибәләрҙе алыу беҙҙең команда өсөн тик файҙаға ғына, - тигән министр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас