

Башҡортостан – илебеҙҙә ковид-ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн иң әҙерлекле һәм яҡшы йыһазландырылған төбәктәрҙең береһе. Һәм инфекцияның яңы тулҡыны була ҡалһа, республика уға әҙер. Ковидтың яңы тулҡыны Ҡытайҙа бара ла инде. Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышындағы сығышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләп үтте.
“Ковидтың яңы тулҡыны беҙгә ниндәйҙер рәүештә бер нисә айҙан килер, тип фаразлайбыҙ, ләкин ул республика өсөн еңел үтәсәк, тип күҙаллайбыҙ. Беҙҙә дарыуҙар, ИВЛ аппараттары, Мельцер бокстары һәм башҡа ҡорамалдар етерлек”, – тине Андрей Назаров. Премьер-министр сафҡа индерелгән дүрт ковид-госпиталдең (уларҙа иһә медицина стандарттарының иң юғары талаптарына яуап биреүсе 1300-гә яҡын урын булдырылған) башҡа дауаханаларға көсөргәнеште һиҙелерлек кәметеүе хаҡында һөйләне. Андрей Назаров пандемия башланғанда республикала Өфөнөң йоғошло сирҙәр дауаханаһында Мельцер бокстары туғыҙ ғына булыуын, уларҙың 27 урынға иҫәпләнеүен хәтергә төшөрөп үтте.
Фото “Башинформ”дан алынды.