+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Марта 2022, 09:14

3 685 сырхау – өйөндә, 100-ө стационарҙа дауалана

Республикабыҙҙа коронавирус йоҡторған 3 685 ауырыу бөгөнгө көндә участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауалана. Стационарҙа дауаланыусылар – 100, шуларҙың 79-ы – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатайҙар. Был турала коронавирусҡа көрәш буйынса төбәк оператив штабы хәбәр итә.

3 685 сырхау – өйөндә, 100-ө стационарҙа дауалана3 685 сырхау – өйөндә, 100-ө стационарҙа дауалана
3 685 сырхау – өйөндә, 100-ө стационарҙа дауалана

Республикабыҙҙа коронавирус йоҡторған 3 685 ауырыу бөгөнгө көндә участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауалана. Стационарҙа дауаланыусылар – 100, шуларҙың 79-ы – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатайҙар. Шулай итеп, әлеге мәлдә дүрт меңгә яҡын яҡташыбыҙ ковид инфекцияһы менән сирләй. Был турала коронавирусҡа көрәш буйынса төбәк оператив штабы хәбәр итә.

Аҙаҡҡы тәүлектә ковид 519 сырхауҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып уны йоҡтороусылар – 276 130. Сирҙән һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 266 819. Үткән тәүлектә коронавирустан 4 113 кеше сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.

Республикабыҙҙа ковидҡа ҡаршы прививка яһатыу әүҙем дауам итә. Вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 2 403 459.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас