

Башҡортостандың сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһе һанлы технологиялар кимәле буйынса уҙған йыл бик уңышлы эшләгән. Мәҙәниәттең һанлы ресурстарына мөрәжәғәт итеүсе граждандар һаны 15 миллион кеше менән иҫәпләнгән.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни майҙансыҡтарҙа танылыу яуланы. Өфөлә үткәрелгән Бөтә донъя фольклориадаһы быға асыҡ миҫал. Унда донъяның 37 иле ҡатнашты, сараны 120 мең тамашасы, ә интернетта 10 миллион кеше ҡараған. Фольклориаданы Юнесконың эксперттары һәм белгестәре юғары баһаланы.
2021 йылда Өфөлә “Алтын битлек” Рәсәй милли театраль премияһы үтте. Тағы бер мәҙәни сара- Өфөлә В. И. Альбанов исемендәге полярниктар музейы асылды. 7 ай эсендә уны 6 мең кеше, башлыса йәштәр барып ҡараған.
Башҡортостандың милли симфоник оркестры илдең ике төп музыкаль залдарында- Чайковский һәм Санкт- Петербургтың Шостакович исемендәге филармонияның Ҙур залында сығыш яһаны. Мәскәүҙең Ҙур театрында “Дон Кихот” операһының премьераһы булды.
“Башҡортостанда “Земство мәҙәниәт эшмәкәре” программаһы тормошҡа ашырыла. Был өлкәлә эшләүсе 600 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 500 мең һумлыҡ аҡса алды..
2021 йылда районда ике мәҙәниәт йорто асылды. 18 сәнғәт обьекттында реновация эштәре, ә быйыл күп кенә учреждениеларҙа капиталь ремонт үткәреләсәк.
Шулай уҡ 2022 йылда 5 моделле китапхана һәм 3 кинозал модернизациялау эше тора.