+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Марта 2022, 07:57

Ковидтан дауалау өсөн сит илдән ике препарат килтерелде

Башҡортостанға ковидтан дауалау өсөн ҡулланылыусы “Молнупиравир” һәм “Эвушелд” тигән препараттар партияһы килтерелде, улар сит илдә етештерелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидтан дауалау өсөн сит илдән ике препарат килтерелдеКовидтан дауалау өсөн сит илдән ике препарат килтерелде
Ковидтан дауалау өсөн сит илдән ике препарат килтерелде

Башҡортостанға ковидтан дауалау өсөн ҡулланылыусы “Молнупиравир” һәм “Эвушелд” тигән препараттар партияһы килтерелде, улар сит илдә етештерелгән. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова хәбәр итте.

“Молнупиравир” коронавирустан стационарҙа ла, амбулатор шарттарҙа дауалағанда ла ҡулланыла. Уның һөҙөмтәһе “Фавипиравир”ға ҡарағанда кәмерәк, ләкин ул еңелерәк кисерелә. “Эвушелд” вакцина яһатырға ярамаған кешеләргә һәм хроник сирҙәре арҡаһында иммунитеттары төшкән ауырыуҙарға тәғәйенләнә. Уларға яман шеш менән ауырыусылар, ВИЧ-пациенттар, ревматологик һәм аутоиммун сирҙәрҙән яфаланыусылар, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолған һәм гемодиализ алыусы сырхауҙар ҡарай. Препаратты шул сирҙәрҙән дауалау буйынса махсуслашҡан табиптар – онкологтар, ревматологтар, гемодиализ үҙәге белгестәре билдәләй ала”, – тип аныҡлай Ирина Кононова.

 Уның әйтеүенсә, препараттар әле ҡабул ителеп, мониторинг системаһында теркәү үтә, икенсе аҙнанан улар республикала йәшәүселәр өсөн бүленәсәк.

Ирина Кононова был дарыуҙарҙың рецепт буйынса түгел, төп ауырыуҙы дауалау урыны буйынса бирелеүен билдәләп китте. Әле Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгестәре пациенттарҙың исемлеген әҙерләй.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас