

Башҡортостан 2021 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтың артымы йәһәтенән ике рекорд ҡуйҙы, тине республика премьер-министры Андрей Назаров алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 42-се ултырышында.
“2014 йылдан беренсе тапҡыр миграция үҫеше 14 879 кеше тәшкил итте, һуңғы 20 йылда тәүгә төбәк-ара миграцияның ыңғай сальдоһы 5 855 кешегә етте. Был республикабыҙҙың йәлеп итеүсәнлеге артыуы тураһында һөйләй”, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Бынан тыш, Башҡортостанда ил буйынса уртаса кимәл менән сағыштырғанда тыуымдың юғарыраҡ кимәле һаҡлана. Әйтәйек, әгәр республикала күрһәткес 1000 кешегә 9.8 булһа, Волга буйы федераль округында – 9.1, ә тотош Рәсәйҙә – 9.6.
Сығанаҡ: “Башинформ”.