-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Марта 2022, 10:07

Башҡортостан хөкүмәте 2021 йыл йомғаҡтарын барланы

Башҡортостан Дәүләт- Йыйылышы Ҡоролтайҙың 42-се ултырышында Республика хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров сығыш яһаны. Сығыш халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарына ла ҡағылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан хөкүмәте  2021 йыл йомғаҡтарын барланыБашҡортостан хөкүмәте  2021 йыл йомғаҡтарын барланы
Башҡортостан хөкүмәте 2021 йыл йомғаҡтарын барланы

Башҡортостан Дәүләт- Йыйылышы Ҡоролтайҙың 42-се ултырышында Республика хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров сығыш яһаны. Сығыш халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарына ла ҡағылды.

Башҡортостандың мәғариф системаһы илдә иң ҡеүәтлеләрҙең береһе. Уға республикала мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙан алып Рәсәй дәүләт һәм дәүләт булмаған уҡыу йорттары ла ҡарай. Хөкүмәт рәйесе билдәләүенсә, 2021 йылда мәғариф системаһы тағы 4 мәктәп, 6 балалар баҡсаһы менән тулыланған. Барлығы 1309 балаға иҫәпләнгән улар.

  • Быйыл Бижбүләк, Салауат, Өфө райондарында, шулай уҡ Өфөлә яңы белем биреү усаҡтары үҙ ишектәрен асасаҡ. Шулай уҡ Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөнөң тамамланыуы көтөлә. Республика дәүләт- шәхси партнерлыҡ системаһы аша өҫтәмә белем биреү урындарын булдырыу буйынса пилот проектына ингән. Уның сиктәрендә “Затон- Көнсығыш” биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө килешелгән.
  •  ВЭБ Рәсәй дәүләт корпорацияһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек арҡаһында   2024 йылдарға 10 мең уҡыусы урыны ойоштороу күҙ уңында тотола һәм был ошо тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк. Проектҡа федераль бюджет 8,5 миллион һум аҡса һала. Ә инвестиция программаһын йәлеп итеү буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында килә.

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни- белем биреү үҙәге төҙәләсәк. 2021 йылда вуз-ара студент кампусы Рәсәй хөкүмәтендә яҡлау тапты. Шулай уҡ хөкүмәт рәйесе фәнни, һанлы технологиялар йүнәлешендәге асылған үҙәктәр эшмәкәрлеге, яңы автобустар, ашханала балаларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү мәсьәләһенә һәм мәғариф өлкә!һендәге башҡа уңыштарға, хәл итәһе проблемаларға ла туҡталды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас