-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Марта 2022, 10:06

“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына – айырым иғтибар

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы – 42-се ултырышында республика Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә ҙур иғтибар бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына – айырым иғтибар“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына – айырым иғтибар
“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына – айырым иғтибар

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы – 42-се ултырышында республика Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә ҙур иғтибар бирҙе.

Андрей Назаров “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары ярҙамында табиптар һәм урта медицина персоналы менән тәьмин итеү буйынса план ваҡытынан алда үтәлеүен билдәләне.

Премьер-министр былтыр халыҡҡа медицина сифатлы ярҙамы мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 19 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөшө алып барылған, ике объект проектланған.

“Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһын модернизациялау буйынса төбәк программаһына ярашлы, дауаханалар һәм поликлиникалар төрлө ҡорамалдар һәм медицина изделиелары менән йыһазландырылды. Дөйөм алғанда, 2,6 меңгә яҡын берәмек медицина ҡорамалы ҡайтартылды. Шулар араһында – 17 рентген аппараты, 17 флюорограф, дүрт маммограф, 19 УЗИ аппараты, 10 эндоскопик система, 167 яһалма һулыш аппараты, шулай уҡ 77 тиҙ медицина ярҙамы машинаһы.

Быйыл тағы ла 1,5 меңдән күберәк берәмек медицина ҡорамалы алырға ниәтләйбеҙ. Апрелдә йәнә 85 автомобиль ҡайтартыласаҡ”, – тип хәбәр итте депутаттарға Премьер-министр.

“2022 йылда Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһын, шулай уҡ Баймаҡта балалар поликлиникаһын сафҡа индерергә планлаштырабыҙ. Бынан тыш, Бөрө ҡалаһында поликлиника, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы төҙөлөшөн тамамлау күҙҙә тотола. Халыҡ һаны аҙ ауылдарҙы ФАП-тар менән тәьмин итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. 2022 йылға планда – тиҙ ҡоролоусы модулле 44 ФАП һатып алыу һәм урынлаштырыу”, – тип бәйән итте республика Хөкүмәте Премьер-министры.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас