-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Марта 2022, 14:02

Ауыл хужалығы ни хәлдә?

 “Үткән йылдағы көслө ҡоролоҡ агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә  ҙур йоғонто яһаны. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 84,7% тәшкил итте. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса (185,6 миллиард һум) Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында 2,5 процент өлөш менән – 12-се, Волга буйы федераль округында 11,7 процент өлөш менән 3-сө урынды алды. Башҡортостан Республикаһы һөт һәм ҡымыҙ, һыйыр ите, бал етештереү, йылҡы һәм эре мөгөҙлө мал һаны буйынса элеккесә алдынғы урындарҙа бара”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышындағы сығышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хужалығы ни хәлдә?Ауыл хужалығы ни хәлдә?
Ауыл хужалығы ни хәлдә?

 “Үткән йылдағы көслө ҡоролоҡ агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә  ҙур йоғонто яһаны. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 84,7% тәшкил итте. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса (185,6 миллиард һум) Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында 2,5 процент өлөш менән – 12-се, Волга буйы федераль округында 11,7 процент өлөш менән 3-сө урынды алды. Башҡортостан Республикаһы һөт һәм ҡымыҙ, һыйыр ите, бал етештереү, йылҡы һәм эре мөгөҙлө мал һаны буйынса элеккесә алдынғы урындарҙа бара”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышындағы сығышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

 

Агросәнәғәт комплексына 7,2 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, был минераль ашламаларҙы ҡулланыуҙы 13 процентҡа арттырырға булышлыҡ иткән, элиталы орлоҡтар өлөшөн 11 процентҡа арттырыуға өлгәшелгән. Республика аграрийҙары дөйөм алғанда 12 миллиард һумлыҡ 3,5 мең берәмек техника һәм ҡорамал һатып алған.

2021 йылда ауыл хужалығы етештереүселәре бер миллион 600 мең тонна һөт, 406 мең тонна ит, ҡош ите етештергән. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һөт етештереүҙе 100,4 процентҡа арттырыуға мөмкинлек биргән.

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген юғары кимәлдә тәьмин итә алабыҙ. Республика һөт һәм һөт продукцияһы (124 процент), һыйыр ите (121 процент), сусҡа ите (107 процент), йомортҡа (108 процент), шәкәр (4,7 тапҡыр), үҫемлек майы (6,8 тапҡыр), картуф (135 процент), ҡыяр (136 процент), томат (175 процент) буйынса үҙ ихтыяжын тулыһынса үтәй”, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры.

2022 йылда агросәнәғәт комплексында өҫтөнлөклө бурыстар:

- төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген артабан да арттырыу, сәсеүҙә өҙөклөк булдырмау, технологик паркты, шулай уҡ орлоҡ базаһын, ашламалар комплексын әҙерләүҙе тәьмин итеү;

- уңыш йыйыу һәм ауыл хужалығы техникаһына кәрәк булған импорт запас частәрҙе үҙебеҙҙә етештерелгәненә алмаштырыуҙы ойоштороу.

2022 йылда агросәнәғәт комплексына ярҙамға барлығы алты миллиард һумға яҡын аҡса бүленә.

Үткән йылдан ике шәкәр заводында (“Шишмә шәкәр заводы” һәм “Раевка шәкәре”) яңыртыу эштәре алып барыла.

Бынан тыш, 2022 йылда ҙур инвестиция проекттарын тамамлау планлаштырыла:

- Ауырғазы районында дөйөм суммаһы 4,6 миллиард һум тәшкил иткән 6530 баш һауын һыйырына һәм 3000 баш йәш малға иҫәпләнгән һөт фермаһы төҙөлөшөнөң беренсе этабы (“Уңыш” ойошмаһы);

- заманса сусҡа үрсетеү комплексы,  инвестиция күләме –  3,1 миллиард һум (“Урал ит компанияһы” ойошмаһы);

- Йәрмәкәй районында 2800 баш мал үҫтереү өсөн “Семен-Маҡар” малсылыҡ комплексы төҙөү (“Төньяҡ Нива Башҡортостан” ойошмаһы).

“Таврос” компаниялар төркөмөнөң Әлшәй һәм Бәләбәй райондарында сусҡасылыҡ буйынса инвестиция проектын (“Урал ит компанияһы”, “Башҡортостан ит компанияһы” ойошмалары) тормошҡа ашырыу быйыл уҡ 23 мең тоннаға тиклем ит алыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото – Интернет селтәренән.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас