

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, эшлекле, мәҙәни, күңел асыу, спорт һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыусылар һаны 30-ҙан 200-гә тиклем арттырылды.
Дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ойошторған сараларҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан саралар (мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында уҙғарылғандары иҫкәрмә булып тора) Рәсәй Федерацияһы Баш дәүләт санитар табибы ҡарары талаптарын иҫәпкә алып үткәрелергә тейеш.
Башҡортостанда йәшәүселәргә, шулай уҡ республика территорияһында булыусы кешеләргә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация йәки ревакцинация үтергә кәңәш ителә.
Кәмендә 1,5 метр социаль арауыҡты күҙәтеү, эш барышында бирсәткә кейеү талаптары, 30 кешенән ашыу кеше ҡатнашлығында хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын һәм башҡа күмәк саралар үткәреүҙе тыйыу, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең кәмендә 50 процентын дистанцион эшләүгә күсереү хаҡындағы тәҡдим ғәмәлдән сығарыла.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе тергеҙергә мөмкин.
Эш биреүселәр “Омикрон” штамы таралған шарттарҙа эпидемияға ҡаршы саралар буйынса Роспотребнадзорҙың методик кәңәштәрен үтәүҙе тәьмин итергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта битлек кейеү талабы тулыһынса һаҡлана.
Шулай уҡ ябыҡ биналарҙа 500-ҙән ашыу тамашасы ҡатнашлығындағы сараларға, шул иҫәптән спорт матчтарына барғанда ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу, коронавирус үткәреү хаҡында сертификат, прививка яһатырға ярамау тураһында документ күрһәтеү мөһим. Бындай сараларға ингәндә күрһәтелеүсе документтар исемлегенә ковид вирусына ҡарата антиесемдәр булыуы хаҡындағы сертификат та өҫтәлде.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.