

Башҡортостанға сит илдә булған 3 меңдән ашыу турист ҡайтҡан. Был хаҡта Республика Башлығының аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә лә һүҙ алып барылды.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрес эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, 24 февралдән 25 мартҡа ҡәҙәр республика ситуация үҙәгенә сит илдән ҡайтыуҙа ярҙам талап ителгән 273 заявка ҡабул ителгән.Уларҙан 194 кеше тыуған яғына ҡайта алған, ҡалғандар буйынса эш дауам итә.
-24 февралдән Башҡортостанға 3 меңдән ашыу турист ҡайтҡан. Әле Мысырҙың Шарм-эль- шейхында- 55, Хургадала - 98 кеше ҡала. Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәрҙе иҫәпкә алғанда, барлығы 172 кеше ситтә,- тине Маргарита Болычева.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың булышлығы менән бик күп туристарҙы ҡайтарып булған. Күптән түгел Рәсәйгә Мысырҙа ярышта булған бәлиғ булмаған ҡыҙсыҡты ҡайтарғандар. Ул әле Мәскәүҙә,оҙаҡламай Өфөгә осасаҡ.