+4 °С
Облачно


Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан алып республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар 275 087-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 539 ауырыуҙа раҫланған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 125 сырхау ковидҡа ҡаршы дауалана, шуларҙың 88-е – 60 йәште үткән ханымдар һәм уҙамандар. Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереп, өйҙә дауаланыусылар – 9 955.
Министрлыҡ шулай уҡ 2 397 421 яҡташыбыҙҙың вакцинацияны тулыһынса тамамлауы хаҡында хәбәр итә.