+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Марта 2022, 09:06

Фильмды төшөрөп бөтөү бурысы тора

Өфөлә Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы павильонында “Шағир көндәлеге” фильмының ҡалған өлөшөн төшөрөү дауам итә. Ошо көндәрҙә режиссер Булат Йосопов етәкселегәндәге ижади төркөм эшкә тотондо.

Фильмды төшөрөп бөтөү бурысы тораФильмды төшөрөп бөтөү бурысы тора
Фильмды төшөрөп бөтөү бурысы тора

  Өфөлә Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы павильонында  “Шағир көндәлеге” фильмының ҡалған өлөшөн төшөрөү дауам итә. Ошо көндәрҙә режиссер Булат Йосопов етәкселегәндәге ижади төркөм эшкә тотондо.

Билдәле булыуынса “Шағир көндәлеге” нең төп өлөшөн төшөрөү  күптән тамамланды. Әле фильмға етмәгән кадрҙар йыйыла. Был турала февраль айында “Тере лента” кинокомпанияһының матбуғат хеҙмәте белдергәйне. “Шағир көндәлеге” Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан”, Свердлов киностудиялары,  Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы һәм халыҡ ярҙамы менән төшөрөлгән фильм. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлы хаҡында һөйләйәсәк. Февраль айында шағирҙың тыуған көнөндә буласаҡ фильмдың тәүге тизеры күрһәтелде. Бөгөнгө төшөрөү процессы “Башҡортостан” киностудияһының павильонында һәм Өфө ҡалаһында бара.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас