+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Марта 2022, 17:42

Һыу ташыуға беҙ әҙер

Башҡортостанда быйыл Ағиҙел йылғаһының боҙҙан асылыуы 13 – 19 апрелдә көтөлә. Был уртаса ваҡыттан 1-2 көнгә һуңыраҡ. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә һыу ташыу эше менән шөғөлләнергә әҙер. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыу ташыуға беҙ әҙерҺыу ташыуға беҙ әҙер
Һыу ташыуға беҙ әҙер

Башҡортостанда быйыл Ағиҙел йылғаһының боҙҙан асылыуы 13 – 19 апрелдә көтөлә. Был уртаса ваҡыттан 1-2 көнгә һуңыраҡ. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә һыу ташыу эше менән шөғөлләнергә әҙер.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская  быйылға күҙаллауҙарҙы хәбәр итте. Ағиҙел йылғаһы бассейнында максималь һыу кимәле норма сиктәрендә һәм 1,2 метрға кәмерәк, яландағы йылғаларҙа 0,5 метрға тиклем норманан бейегерәк күтәрелеүе көтөлә.

–  Хәүефле һәм социаль әһәмиәтле объекттар һыу баҫыу зонаһына тура килмәй. 25 муниципалитетта  боҙ тығылыуы ҡурҡынысы янаған 57 участка күҙәтеү аҫтында, – ти Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов.

Һыу баҫа торған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе эвакуацияларға тура килгән осраҡта 85 мең кеше һыйырлыҡ 440 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Хәлдәр бик насар булғанда ла халыҡты аҙыҡ-түлек, дарыу менән тәьмин итеү ҡаралған.

– Ялан һәм тау йылғаларын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына баҡсасылыҡ ширҡәттәренә иғтибар итеү мөһим. Апрель башында республикаға яңы ҡотҡарыу вертолеты килә. Уны һыу ташыу осоронда эшкә ҡушырға кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас