+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Марта 2022, 08:49

Вакцинация – иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәренә халыҡты ковидҡа ҡаршы тулы вакцинациялауға (прививканың ике компонентын да яһатыуға) өлгәшеүҙең мөһимлеген билдәләне. 

Вакцинация – иғтибар үҙәгендәВакцинация – иғтибар үҙәгендә
Вакцинация – иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәренә халыҡты ковидҡа ҡаршы тулы вакцинациялауға (прививканың ике компонентын да яһатыуға) өлгәшеүҙең мөһимлеген билдәләне. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, вакцинация буйынса планды 44 район арттырып (100 проценттан ашыуға) үтәгән. 16 муниципалитетта был күрһәткес 80 проценттан 90 процентҡа тиклем тәшкил итә.

“Өс муниципалитетта ул 80 проценттан кәмерәк: Белорет районында – 79,9, Октябрьский ҡалаһында – 79,6, Межгорьела 76,6 процент”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Рәхмәтуллин.

28 мартҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 274 548 иҫәпләнә. Үткән тәүлектә сир 553 яҡташыбыҙҙа асыҡланған. Әлеге мәлдә 135 сырхау ковид-госпиталдәрҙә ята, 19-ы – ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 12 026.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас