+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Марта 2022, 16:09

Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп Максим Забелин тәғәйенләнде.

Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләндеМаксим Забелин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп Максим Забелин тәғәйенләнде.

                                                                           ***

Башҡортостан Республикаһы Башлығының икенсе указы менән Максим Забелин үҙ теләге менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан бушатылды.

 Башҡортостан Республикаһы Башлығының тағы бер Указы менән Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыу һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллинға йөкмәтелде.

Белешмә:

Забелин Максим Васильевич 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһе Суджа районының Гончаровка ауылында тыуған. С. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй Оборона министрлығы Табиптарҙың белемен камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында МВА (эшлекле идара итеү магистры) дәрәжәһен алған. Медицина фәндәре докторы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Курск ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы авиабазаһының медицина хеҙмәте етәксеһе булып башлай.

2008–2009 йылдарҙа – Рәсәй Оборона министрлығы гарнизон госпиталенең хирургия бүлеге етәксеһе (Мәскәү өлкәһе Наро-Фоминск ҡалаһы).

2010–2012 йылдарҙа – 67-се ҡала клиник дауаханаһының табип-хирургы (Мәскәү).

2012–2013 йылдарҙа – 50-се ҡала клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире (Мәскәү).

2013–2015 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе онкология диспансерының баш табибы урынбаҫары.

2015–2017 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһының дәүләт ғилми үҙәге – А.И.Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизика үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары – баш табибы.

2017–2018 йылдарҙа – Федераль медик-биологик агентлығы етәксеһе урынбаҫары.

2018 йылда – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәге” генераль директорының филиалдар менән эшләү буйынса урынбаҫары.

2018–2021 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, һаулыҡ һаҡлау министры.

2021–2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры.

Пирогов, генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.

 

Автор:
Читайте нас