+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Марта 2022, 08:28

Башҡортостан театрҙары лауреаттар исемлегендә

“Волга буйы театры” балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең лауреаттары билдәләнде Унда округҡа ҡараған төбәктәрҙән 28 спектакль ҡатнашҡан.

Башҡортостан театрҙары  лауреаттар исемлегендәБашҡортостан театрҙары  лауреаттар исемлегендә
Башҡортостан театрҙары лауреаттар исемлегендә

“Волга буйы театры” балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең лауреаттары билдәләнде Унда округҡа ҡараған төбәктәрҙән 28 спектакль ҡатнашҡан.

 27 март- театр көнөндә мәртәбәле театр фестиваленә йомғаҡ яһалған. Волга буйы федераль округының финалға эләккән 28 спектакле йәштәр һәм балалар театр коллективтары тарафынан ҡуйылған. Тантаналы сара Удмуртияның баш ҡалаһы Ижау ҡалаһында үтте. Ул тура трансляцияла барҙы һәм сараны фестивалдә ҡатнашыусылар күҙәтә алды. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы округ етәксеһе урынбаҫары Олег Машковцев сәләмләне. Фестиваль йомғаҡтары буйынса иң яҡшы спектакль, актер, актриса, режиссер эше һәм театраль афиша, плакаттар билдәләнгән.

Волга буйы театры фестиваленең лауреаттары араһында “Иң яҡшы йәштәр спектакле” номинацияһында беренсе урын- Пермь крайы, икенсе урын - Сыуаш республикаһы, өсөнсө урында - Башҡортостан коллективы билдәләнде. Республика исеменән “Осҡон”  студент халыҡ театр студияһы сығыш яһаны.

“ Иң яҡшы балалар спектакле” номинацияһында Башҡортостан вәкилдәре икенсе урын яуланы. “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы “Өс таған” спектаклен ҡуйҙы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас