

26 мартта Бүздәктә 1921 – 1925 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын башҡарған Муллайән Халиҡовҡа һәйкәл асылды.
Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов 1894 йылдың 24 ғинуарында (яңыса 4 февралдә) Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Аҡтау ауылында тыуған (хәҙерге – Бүздәк районының Иҫке Аҡтау ауылы).
1917 йылда ул башҡорттарҙың I һәм II съездары эшендә әүҙем ҡатнаша, Башҡорт өлкә шураһы (советы), уның составына инә. III Бөтә башҡорттар съезы республиканы булдырыу тураһында ҡарарҙы раҫлай һәм милли хөкүмәт булдырыла, уның составына ла Муллайән Халиҡов индерелә.
1918 йылдың июлендә ул Учредителдәр йыйылышы комитеты ағзалары менән Башҡорт автономияһын таныу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, сентябрҙә республика хөкүмәте исеменән тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1919 йылдың ғинуарында Өфөнө колчаксыларҙан азат иткәндән һуң, Муллайән Халиҡов ҡалаға башҡорт частарын Ҡыҙыл Армия яғына сығарыу буйынса губерна ревкомы менән һөйләшергә килә. 1919 йылдың мартында үҙәк Совет власы менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет Автономияһын төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Муллайән Халиҡовтың уңышлы дипломатик һөйләшеүҙәр үткәреүе һәм уның шәхсән ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә автономия таныла.
1919 йылдың майынан ул – Көнсығыш фронты (Һамар) армияһының Көньяҡ төркөмө штабындағы Башҡорт хәрби-револиция комитеты вәкиле. Уны аҡтар яғында ҡалған башҡорт частарын Ҡыҙыл Армия яғына күсергә өгөтләргә ебәрәләр.
1921 йылдың июлендә 27 йәшлек Муллайән Халиҡов Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә.
1925 йылда ул Мәскәүҙә Рәсәй ауыл хужалығы банкы идараһында, һуңынан РСФСР-ҙың Финанс халыҡ комиссариатында бюджет идаралығында эшләй. 1933 йылда Ҡыҙыл профессура иҡтисад институтын тамамлай.
1937 йылдың 25 июлендә Муллайән Халиҡовты ҡулға алалар, ә 27 сентябрҙә аталар. 1958 йылда ул үлгәндән һуң аҡлана.