+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Марта 2022, 03:53

Бөтә Рәсәй форумы педагогтарҙы көтә

Башҡортостан уҡытыусыларын класс етәкселәренең II Бөтә Рәсәй форумына саҡырылар. Мәктәптә эшләү тәжрибәһе булған һәр уҡытыусы был сарала ҡатнаша ала.

Бөтә Рәсәй форумы педагогтарҙы көтәБөтә Рәсәй форумы педагогтарҙы көтә
Бөтә Рәсәй форумы педагогтарҙы көтә

Башҡортостан уҡытыусыларын класс етәкселәренең II Бөтә Рәсәй форумына саҡырылар. Мәктәптә эшләү тәжрибәһе булған һәр уҡытыусы был сарала ҡатнаша ала.

Бөтә Рәсәй форумына һайлап алыу туры өс этапта башҡарыла.

  • Педагогика нигеҙҙәре буйынса онлайн тест үтеү;
  • Класс етәкселеге тематикаһы буйынса практик күнекмәләрҙе онлайн- эшләү;
  • Форумда ҡатнашыуҙы аңлатҡан мотивация менән үҙең хаҡында видеояҙма әҙерләү.

Бәйләнештә селтәрендә бының өсөн бәләкәй ҡушымта эшләнгән vk.com/app8088836. Һәр ҡатнашыусы анкета тултырып үҙен теркәй ала. Ә форумдың яңылыҡтары  ошо төркөмдә күҙәтергә мөмкин. vk.com/vfkr_ru.

фото Башинформдан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас