+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Марта 2022, 17:18

Сибайҙа яңы ковид-госпиталь асылды

Бөгөн Сибайҙа республикабыҙҙағы дүртенсе клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды.

Сибайҙа яңы ковид-госпиталь асылдыСибайҙа яңы ковид-госпиталь асылды
Сибайҙа яңы ковид-госпиталь асылды

Бөгөн Сибайҙа республикабыҙҙағы дүртенсе клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды.

Төҙөлөш былтыр 30 декабрҙә башланғайны. Үҙәкте төҙөүгә, медицина ҡорамалдары, мебель һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырыуға Башҡортостан бюджетынан 1,8 миллиард һум бүленде. Бөгөн уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

“Бөгөн беҙ Сибайға бик яҡшы кәйеф менән килдек. Республикабыҙ, бер ниндәй һынауҙарға ҡарамайынса, ижади хеҙмәт менән алға бара. Беҙ ике йыл инде коронавирусҡа ҡаршы көрәшәбеҙ. Әле санкциялар ҡыҫымы барған ҡатмарлы ваҡыт, ләкин беҙ барыбер төҙөйбөҙ, яңы объекттар күтәрәбеҙ – медицина йүнәлешендә генә түгел, спорт, социаль объекттарҙы ла һалабыҙ. Бөгөн Сибай ҡалаһында республикабыҙҙағы дүртенсе клиник-диагностика үҙәген асабыҙ. Беҙ ҡала хакимиәте башлығына һәм уның командаһына, шулай уҡ сибайҙарға госпиталде һалыуҙағы ярҙамдары өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙән башҡа улай тиҙ һәм һөҙөмтәле төҙөй алмаҫ инек. Етеҙ, сифатлы төҙөргә өйрәнгән төҙөүселәргә ҙур рәхмәт. Дуҫыбыҙ Дмитрий Анатольевич Хубезовҡа айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтергә теләйем”, – тине Радий Хәбиров тантаналағы сығышында.

 Башҡортостан Башлығы тағы ла бер ковид-госпиталь төҙөү планы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе  Дмитрий Хубезов медицина ойошмаһын асыуҙа ҡатнашыу уның өсөн ҙур мәртәбә булыуын билдәләне.

 “Кеше һаулығы һәм ғүмере – иң ҙур ҡиммәт. Һис шикһеҙ, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, беҙ уны йыш өлгө итеп ҡуябыҙ. Табиптарға һәм ошо төбәктең бөтә халҡына һаулыҡ теләйем”, – тине Дмитрий Хубезов.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙағы үҙәкте һалғанда төҙөүселәрҙең тәүге өс ковид-госпиталде сафҡа индереү тәжрибәһен иҫәпкә алыуын әйтеп үтте. “Беҙ үҙ проектыбыҙҙы булдырҙыҡ, уның буйынса Рәсәйҙең 20 төбәгендә шундай уҡ үҙәктәр төҙөлә. Башҡортостан технологиялары илдә танылыу алып, киң ҡулланыла һәм был проект Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан юғары баһаланды”, – тине Андрей Назаров.

Үҙәк ҡурай сәскәһе рәүешендә төҙөлгән бер ҡатлы корпустарҙан тора. Дөйөм майҙаны туғыҙ мең квадрат метр тәшкил итә. Госпиталдә тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк 40 бокс һәм 10 реанимация боксы бар.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үҙәктең заманса медицина техникаһы менән йыһазландырылыуы хаҡында һөйләне. Унда медицина газдары менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, кислород етештереү станцияһы, ағып төшә торған һыуҙарҙы дезинфекциялаусы таҙартыу станцияһы, автотранспортты дезинфекциялау станцияһы, вертолет майҙансығы бар. Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына планшеттар бирелгән, был иһә тиҙ диагноз ҡуйырға, кәрәк икән, Өфөләге коллегаларының консультацияһын алырға ярҙам итәсәк. Үҙәк тәүге пациенттарын апрелдә ҡабул итәсәк.

 Коронавирус пандемияһы тамамланғас, госпиталь киң йүнәлешле дауахана булараҡ файҙаланасаҡ.

Радий Хәбиров Сибайҙағы ковид-госпиталде асыу хаҡында үҙенең социаль селтәрҙәге битендә былай тип яҙҙы:

 “Һөйләшкәнебеҙсә, бөгөн Сибайҙа клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге астыҡ – беҙҙең дүртенсе "ҡурай сәскәбеҙ". Сибай халҡынан тыш, унда Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүселәр дауаланасаҡ.

Сибайҙағы госпиталдә, башҡа яңы медицина учреждениеларындағы кеүек үк, лайыҡлы шарттар тыуҙырылған. Киң, яҡты бокстар, бөтә кәрәкле ҡорамалдар бар – КТ, МРТ, ультратауыш менән тикшереү ҡорамалы һәм башҡалар. Коронавирус сигенгәс, бында төрлө йүнәлештәр буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Зубоволағы тәүге госпиталде асҡандан алып беҙҙең йоғошло ауырыуҙар үҙәктәрендә утыҙ меңгә яҡын кеше дауаланып сыҡты. Ошо үҙәктәрҙе төҙөүҙе ысынбарлыҡҡа әйләндереүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Һәм, әлбиттә, көн һайын кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшеүсе табиптарыбыҙға сикһеҙ рәхмәт”.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас