+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Марта 2022, 04:20

Ипотека ставкаһы 7 проценттан 12 процентҡа тиклем күтәрелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә льготалы ипотека программаһы шарттарын үҙгәртеү тәҡдимен хупланы. Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ипотека ставкаһы 7 проценттан 12 процентҡа тиклем күтәреләИпотека ставкаһы 7 проценттан 12 процентҡа тиклем күтәрелә
Ипотека ставкаһы 7 проценттан 12 процентҡа тиклем күтәрелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә льготалы ипотека программаһы шарттарын үҙгәртеү тәҡдимен хупланы. Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итә.

«Ипотека баҙары тенденцияларын иҫәпкә алып, хөкүмәт был программаға үҙгәрештәр индерергә — баш ҡала төбәктәре (Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре) өсөн льготалы ипотеканың сикке күләмен — 12 миллион, башҡа төбәктәр өсөн алты миллион һумғаса арттырырға тәҡдим итте. Әйҙәгеҙ, шулай эшләйек, ризаһығыҙмы? Ставканы 12 процентҡа тиклем күтәрергә тәҡдим ителә», — тине Путин.

Ғаилә (6 процент), ауыл (3 процент), Алыҫ Көнсығыш (2 процент) ипотекаһы буйынса льготалы ставкалар һаҡлана, тип өҫтәне президент.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас