+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Марта 2022, 05:00

Химия буйынса олимпиадала еңеү менән ҡайттылар

18 – 24 мартта  Мәскәүҙә үткән мәктәп уҡыусылары араһына химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостан командаһы уңышлы сығыш яһаны.

Химия буйынса олимпиадала еңеү менән ҡайттыларХимия буйынса олимпиадала еңеү менән ҡайттылар
Химия буйынса олимпиадала еңеү менән ҡайттылар

18 – 24 мартта  Мәскәүҙә үткән мәктәп уҡыусылары араһына химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостан командаһы уңышлы сығыш яһаны.

Вадим Харисов олимпиадала абсолют еңеү яуланы һәм химия буйынса Бөтә донъя олимпиадаһында ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу алды. Призлы урындарға шулай уҡ Ксения Федотова һәм Александр Зиновьев сыҡты. Ә улар рәтенә баҫырға Глеб Микрюков менән Данил Моталлаповҡа аҙ ғына балл етмәне.

Команда ағзалары Республика инженер лицей интернаты базаһындағы Өфө нефть университетының предуниверсарийында белем ала.

Олимпиада призерҙарын республика Башлығы премияһы көтә. Шулай уҡ уларға профиль буйынса илдең уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инеү хоҡуғы бирелә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас