+15 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Марта 2022, 14:01

Бер тәүлектә ковидтан һауығыусылар сирҙе йоҡтороусыларҙан икеләтә тиерлек күп

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 612 ауырыуҙа асыҡланған, ә унан һауығыусылар икеләтә тиерлек күберәк – 1 026. Был турала ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы хәбәр итә.

Бер тәүлектә ковидтан һауығыусылар сирҙе йоҡтороусыларҙан икеләтә тиерлек күпБер тәүлектә ковидтан һауығыусылар сирҙе йоҡтороусыларҙан икеләтә тиерлек күп
Бер тәүлектә ковидтан һауығыусылар сирҙе йоҡтороусыларҙан икеләтә тиерлек күп

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлек эсендә коронавирус 612 ауырыуҙа асыҡланған, ә унан һауығыусылар икеләтә тиерлек күберәк – 1 026. Был турала ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы хәбәр итә.

Республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 272 827 тәшкил итә, шуларҙың 252 533-ө сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.

Бөгөнгө көндә стационарҙа дауаланыусылар – 152, шул иҫәптән 98-е – 60 йәштән өлкәнерәк. 14 640 сырхау амбулатор шарттарҙа дауалана, 4 184-е – 60-ты уҙған олатай һәм өләсәйҙәр.

 Үткән тәүлектә вирус тағы ете ғүмерҙе алып киткән. Пандемия башланғандан алып афәтле сирҙән 5 502 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.

Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинация әүҙем барыуын билдәләп китәбеҙ. Прививканың беренсе компонентын 2 516 187 (+2 564) кеше эшләткән, икенсеһен дә яһатыусылар – 2 389 639 (+3 387).

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас