+9 °С
Ясно


Хоккей буйынса Көнсығыш конференцияның ярым финалында “Салауат Юлаев” менән “Трактор” командалары араһында дүртенсе уйын үтте.
Уның һөҙөмтәләре ҡыуаныслы булманы – беҙҙекеләр 1:6 иҫәбе менән отолдо. Беренсе осорҙа уҡ ҡунаҡтар ике гол индерҙе. Алексей Пустозёров яуап итеп иҫәпте ҡыҫҡартты. Тик ул был осрашыуҙағы “Салауат Юлаев”тың берҙән-бер голы булып ҡалды.
Шулай итеп, дүрт уйындан һуң нисбәт – 2:2.
Артабан ярым финал серияһын командалар Силәбелә дауам итәсәк.