+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Марта 2022, 12:02

Теүәл ике йыл элек республикала ковид йоҡтороуҙың тәүге осраҡтары асыҡланған

Теүәл ике йыл элек, 2020 йылдың 24 мартында, республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусы тәүге кешеләр асыҡланды. Ул саҡта инфекция сит илдән ял итеп ҡайтҡан ике яҡташыбыҙҙа һәм Мәскәүҙән килгән бер кешелә раҫланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Теүәл ике йыл элек республикала ковид йоҡтороуҙың тәүге осраҡтары асыҡланғанТеүәл ике йыл элек республикала ковид йоҡтороуҙың тәүге осраҡтары асыҡланған
Теүәл ике йыл элек республикала ковид йоҡтороуҙың тәүге осраҡтары асыҡланған

Теүәл ике йыл элек, 2020 йылдың 24 мартында, республикабыҙҙа коронавирус йоҡторған тәүге кешеләр асыҡланды. Ул саҡта инфекция сит илдән ял итеп ҡайтҡан ике яҡташыбыҙҙа һәм Мәскәүҙән килгән бер кешелә раҫланды. Ковидтың бишенсе тулҡыны ныҡ көсәйгән саҡта тәүлегенә коронавирус йоҡтороуҙың дүрт меңдән ашыу осрағы теркәлде.

Әле вирустың ғәйрәте көндән-көн кәмей бара.

Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә ковид 678 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 272 215 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә 1 212 яҡташыбыҙ инфекциянан һауығыуға өлгәшкән. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 251 507. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирҙән йәнә 11 ғүмер өҙөлгән. Республикабыҙҙа коронавирустан вафат булыусылар – 5495.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас