+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Марта 2022, 06:21

“Ковид менән сирләүҙең киҫкен артыуы көтөлмәй”

Рәсәйҙә коронавирустың “стелс-омикрон” тигән төрө тарала бара, ул илдең бөтә төбәктәрендә лә бар. Ләкин ковид менән сирләүҙең киҫкен артыуы көтөлмәй. Роспотребнадзорҙың Эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының фәнни төркөмө етәксеһе Камил Хафизов РИА Новости агентлығы менән әңгәмәлә шулай тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ковид менән сирләүҙең киҫкен артыуы көтөлмәй”“Ковид менән сирләүҙең киҫкен артыуы көтөлмәй”
“Ковид менән сирләүҙең киҫкен артыуы көтөлмәй”

Рәсәйҙә коронавирустың “стелс-омикрон” тигән төрө тарала бара, ул илдең бөтә төбәктәрендә лә бар. Ләкин ковид менән сирләүҙең киҫкен артыуы көтөлмәй. Роспотребнадзорҙың Эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының фәнни төркөмө етәксеһе Камил Хафизов РИА Новости агентлығы менән әңгәмәлә шулай тип белдерҙе.

“Омикрон” штамы барлыҡҡа килеп, бөтә донъя буйлап тарала башлағас, белгестәр уның BA.1, BA.2, BA.3 сублинияларын айырып билдәләне. ВА.2 линияһы “стелс-омикрон” тигән исем алды.

“Рәсәйҙә BA.2 өлөшө шулай уҡ арта һәм илдең үҙәк өлөшөндә яңы асыҡланған осраҡтарҙың яртыһынан күберәген тәшкил итә. Ул илдең бөтә төбәктәрендә лә бар”, – тине эксперт. Ғалим Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүҙең киҫкен артыуы көтөлмәүен билдәләне – сөнки халыҡтың бик күп өлөшө вакцинация ярҙамында йәки сирҙе үткәреү һөҙөмтәһендә инфекцияға ҡаршы иммунитетҡа эйә булған.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас