

2021 йылдың июнендә Стәрлетамаҡта урынлашҡан "Инмаш" концерны, “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашып, станоктар етештереү һәм металл эшкәртеү майҙансығын киңәйтеү проекты менән сығыш яһағайны.
Әле предприятиела уны тормошҡа ашыра башлағандар. Был турала ойошманың генераль директоры урынбаҫары Әбделмалик Рәхимов хәбәр итә.
Яңы участка үҙ эсенә иретеп-йәбештереү производствоһын, станоктар төҙөү, термоконстант цехтарын ала. Әлеге мәлдә унда кран юлдары ҡуйылған, ҡорамалдар ҡайтарыла. Производство циклын быйыл башларға ниәтләйҙәр. Барлығы 300-гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителәсәк.
«Инмаш концерны» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Стәрлетамаҡта металл эшкәртеү һәм станоктар төҙөү өлкәһендә инновациялы предприятие булып тора. Ул – станоктар төҙөүҙә һәм авиацияла кәрәк булған шарлы винттар тапшырғысы кеүек импорт-алмаштырыу продуктын етештергән берҙән-бер Рәсәй компанияһы.