+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Марта 2022, 04:00

Өфө мэры үҙенә һәм урынбаҫарҙарына эш хаҡын арттырмаҫҡа тәҡдим итте

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев үҙенең урынбаҫарҙарына, район башлыҡтарына, шулай уҡ үҙенә хеҙмәт хаҡын артырмаҫҡа тәҡдим итте.

Өфө мэры үҙенә һәм урынбаҫарҙарына эш хаҡын арттырмаҫҡа тәҡдим иттеӨфө мэры үҙенә һәм урынбаҫарҙарына эш хаҡын арттырмаҫҡа тәҡдим итте
Өфө мэры үҙенә һәм урынбаҫарҙарына эш хаҡын арттырмаҫҡа тәҡдим итте

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев үҙенең урынбаҫарҙарына, район башлыҡтарына, шулай уҡ үҙенә хеҙмәт хаҡын артырмаҫҡа тәҡдим итте.

«Бөгөн ҡала Советы ултырышында муниципаль хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе ҡаралды. Әлеге ҡатмарлы шарттарҙа урынбаҫарҙарым һәм район башлыҡтары менән үҙебеҙгә хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы дөрөҫ түгел тип иҫәпләйбеҙ. Шуға тәүге проектҡа үҙгәрештәр индерелде, депуттар быны хупланы. Баш ҡала хакимиәтенең, шулай уҡ район хакимиәттәренең башҡа хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы индексациялана», — тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас