

Башҡортостанда икенсе тапҡыр “Арт- ҡоролтай” мәҙәни форум үткәрелә. Сара мәҙәниәт өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү, профессиональ үҫеш, ижади фекер алышыуҙар һәм иң яҡшы өлгөләрҙе үҙләштереү майҙансығы буласаҡ.
"Торатау" конгресс- холлында башлаған форум эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, дәүләт власы органы вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, профессиональ спикерҙар, сәнғәт әһелдәре, мәҙәниәт тармағы эшсәндәре һәм Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар ҡатнаша. Форум сиктәрендә мәҙәниәт учреждениелары араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Сарала шулай уҡ секцион майҙансыҡтар, түңәрәк өҫтәлдәр, мастер- класстар, практик семинарҙар үткәреләсәк.
Форумдың эшлекле өлөшө “Мәҙәниәт берләштерә” тигән пленар ултырыштан торасаҡ. Шулай уҡ кино, китапханалар, музейҙар, клуб учреждениеларының эшмәкәрлегенә ҡағылған төрлө саралар ҡаралған.
Быйылғы “Арт ҡоролтай”ға театраль фестиваль да ҡушылған. “АртылышFest”- республиканың иң яҡшы театр коллективтарының постановкалары тәҡдим ителгән масштаблы проект. Фестиваль ете көн дауамында матур спекталдәр менән тамашасыларҙы ҡыуандыра. Өфөлә барлығы 13 тамаша тәҡдим ителгән. Эскперт советында Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең билдәле театр белгестәре ҡатнаша.