+16 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Марта 2022, 08:10

Ҡаһарман йөрәкле ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерҙеләр

 “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә яңыраҡ Донецкиҙа эшләп ҡайтҡан ирекмән-табиптар менән осрашыу булды.

Ҡаһарман йөрәкле ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерҙеләрҠаһарман йөрәкле ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерҙеләр
Ҡаһарман йөрәкле ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерҙеләр

 “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә яңыраҡ Донецкиҙа эшләп ҡайтҡан ирекмән-табиптар менән осрашыу булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында йәшәүселәрҙе эвакуациялау буйынса оператив штаб етәксеһе Максим Забелин табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

“Бөгөнгө көндә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларына хирургия һәм травматология буйынса белгестәрҙе ебәрергә тырышабыҙ. Бик күп медиктар Донбасстағы коллегаларына ярҙам итергә теләк белдерә. Улар араһында урта медицина персоналы ла, фельдшерҙар ҙа, терапевтар ҙа, педиатрҙар ҙа бар, – тип билдәләне Масим Забелин. – Табиптарыбыҙ сираттағы тапҡыр үҙҙәренең көслө рухлы кешеләр икәнлеген күрһәтте. Һеҙҙең өлгөгөҙ кешелеклелек сағылышы булып тора, табиплыҡ бурысын иң ҡатмарлы шарттарҙа үтәргә әҙер булыуығыҙҙы раҫлай”.

Йөрәк ҡушыуы буйынса Донецкиҙағы дауаханала эшләп ҡайтҡан ирекмән-табиптар тәьҫораттары менән уртаҡлашты, унда йәшәүсе халыҡтың ҡаһарманлығы менән һоҡланыуы хаҡында һөйләне.

Максим Забелин тиҙҙән Донбассҡа барырға әҙерләнгән аҡ халатлыларға ныҡлыҡ теләне. Ундағы коллегаларына булышлыҡ итергә һигеҙ медиктан торған махсуслаштырылған бригада апрель айында юлланасаҡ.

Фото “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас