+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Марта 2022, 07:13

Яңы проекттар бойомға ашырыла

Башҡортостанда яңыртыла торған электр энергияһы сығанаҡтары өлкәһендә яңы проекттарҙы үҫтереү ниәтләнә.

Яңы проекттар бойомға ашырылаЯңы проекттар бойомға ашырыла
Яңы проекттар бойомға ашырыла

Башҡортостанда яңыртыла торған электр энергияһы сығанаҡтары өлкәһендә яңы проекттарҙы үҫтереү ниәтләнә.

 

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдерҙе.

Башҡортостан энергосистемаһына дөйөм ҡеүәте 5,5 ГВт  тәшкил иткән 36 электр станцияһы инә. Улар араһында гидро-, ҡояш һәм ел электр станциялары кеүек альтернатив энергетика объекттары биш проценттан артыҡ урын биләй.

Республикала алты ҡояш генерацияһы объекты эшләй. Улар Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш, Ғафури райондарында урынлашҡан. 2022 йылда Баймаҡ районында һәм Ағиҙел ҡалаһында ҡояш электр станциялары эшләй башлауы көтөлә. Благовещен районында 5 МВт ҡеүәтле ҡояш электр станцияһы проектын “Полиэф” ойошмаһы тормошҡа ашыра. Инвестициялар күләме 250 миллион һум тәшкил иткән. Станцияны 2022 йылдың апрелендә Экология форумы сиктәрендә асыу күҙаллана.

2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан яңыртыла торған энергетиканы үҫтереү буйынса – 13-сө, ҡояш электр станциялары төҙөү буйынса бишенсе  урынды биләгән.

Ел энергетикаһына килгәндә, Башҡортостанда бер генә ел электр станцияһы эшләй.  1,65 МВт ҡеүәтле “Төпкилде” ел электр станцияһы Туймазы районында урынлашҡан. Белгестәр Бәләбәй ҡалҡыулығында тағы бер ошондай станция төҙөү мөмкинлеген тикшерә.

Яңыртыла торған электр энергияһы сығанаҡтары сегментын үҫтереүҙә төп көстө Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы гидроэнергетика өлкәһенә йүнәлтергә тәҡдим итә. Республикала Нөгөш, Павловка, Йомағужа ГЭС-тары, тағы ла биш бәләкәй гидроэлектростанция бар. Башҡортостан бәләкәй ГЭС-тар төҙөү өсөн перспектив биләмә иҫәпләнә.

Рәсәй Энергетика министрлығы менән берлектә Ҡариҙел районында Түбәнге Һөйән гидроузелын булдырыу мөмкинлеге ҡарала.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә гидроэнергетиканы үҫтереү буйынса проект офисы булдырырға һәм был мөһим йүнәлештә планлы рәүештә эшләргә ҡушты.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас