+14 °С
Облачно


Һуңғы көндәрҙә Өфөлө, подъезда ҡатын-ҡыҙҙарға маньяк ташлана, тигән шомло хәбәр таралғайны.
Быны раҫлап, социаль селтәрҙәрҙә енәйәтсенең ҡыҙға ташланған мәле эләккән видео таралып китте.
Кисә полиция хеҙмәткәрҙәре Һупайлы ҡасабаһында атап үтелгән енәйәт ҡылыуҙа шикләнгән кешене тотҡан. Ул 1999 йылғы, элек хөкөмгә тарттырылған булған. Был турала Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.