+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Марта 2022, 05:10

Роспотребнадзор мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итә

Федераль Роспотребнадзор белгестәре белем биреү учреждениеларының санитар-эпидемиологик эш ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр проектын әҙерләгән. Унда ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер сикләүҙәрҙе йомшартырға, атап әйткәндә, һәр класты айырым кабинетҡа беркетеүҙе ғәмәлдән сығарырға тәҡдим ителә.

Роспотребнадзор мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итәРоспотребнадзор мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итә
Роспотребнадзор мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итә

Федераль Роспотребнадзор белгестәре белем биреү учреждениеларының санитар-эпидемиологик эш ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр проектын әҙерләгән. Унда ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер сикләүҙәрҙе йомшартырға, атап әйткәндә, һәр класты айырым кабинетҡа беркетеүҙе ғәмәлдән сығарырға тәҡдим ителә.

ТАСС хәбәр итеүенсә, Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попованың 2020 йылдың 30 июнендәге ҡарарына ярашлы, мәктәптәргә һәр класҡа айырым кабинет беркетеү бурысы ҡуйылғайны.

“Мәктәптәрҙә бөтә предметтар буйынса уҡыу өсөн һәр класҡа айырым кабинет беркетелергә тейеш, махсус ҡорамалдар талап иткән дәрестәр (шул иҫәптән физкультура, рәсем, хеҙмәт, технология, физика, химия) иҫкәрмә булып тора”, – тиелгәйне был документта.

Шулай уҡ санитар табиптар аттестация ваҡытында уҡыусылар араһында социаль арауыҡты һаҡлауҙы бөтөрөргә тәҡдим итә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас