

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинды һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Пирогов ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Максим Забелин Санкт-Петербург Хәрби-медицина академияһын һәм шул уҡ академия интернатураһын, Рәсәй Оборона министрлығының Табиптарҙың белемен камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын тамамлаған. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында эшлекле идара итеү магистры дәрәжәһен алған. Медицина фәндәре докторы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Курск ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы авиабазаһының медицина хеҙмәте етәксеһе булып башлай. 2019 йылдың ноябрендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнде. 2021 йылдың мартынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһы өҫтәлде.
Белешмә:
Орден хәрби-ялан хирургияһына, шулай уҡ фәнни дисциплина булараҡ хирургияға нигеҙ һалған рус хирургы, ғалим һәм педагог Николай Иванович Пирогов (1810-1881) исемен йөрөтә.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.