+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Марта 2022, 05:51

Өфөлә "АРТылыш FEST" театр фестивале башланды

20 марттан 27-нә тиклем баш ҡалабыҙ Өфөлә “АРТылыш FEST” Республика театр фестивале башланды. Унда республиканың 12 профессиональ театры ҡатнаша, 13 спектакль тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ. Театр һөйөүселәр “АРТылыш FEST” фестивалендә “Тау артында ниҙәр бар” (Т.Ғиниәтуллин, Н.Ғәйетбаев инсц.), “Арба” (Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар), “Самрау батша бүләге” (Динара Ҡәйүмова), “Фатима” (Зифа Ҡадирова), “Балам” (В.Емелева), “Һырғалаҡ” (А.Житковский), “Эх, күгәрсенкәйҙәрем...”(Ф.Бүләков) һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡарай ала.

Өфөлә "АРТылыш FEST" театр фестивале башландыӨфөлә "АРТылыш FEST" театр фестивале башланды
Өфөлә "АРТылыш FEST" театр фестивале башланды

Фестивалдә эксперттар советы ла эшләй. Уның составына Мәскәүҙән “Театральная афиша столицы” журналы редакторы Ольга Романцева, ГИТИС-тың актер оҫталығы кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, актриса һәм режиссер Татьяна Морозова, Өфө театр белгестәре  Айһылыу Сәғитова һәм  һәм Динә Дәүләтшина ингән.

Билеттарҙы  театр кассаларында һатып алырға мөмкин,  “Пушкин картаһы” ла ғәмәлдә.

Автор:
Читайте нас