0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Марта 2022, 04:20

Енәйәт эше ҡуҙғатылған

Стәрлетамаҡ ҡалаһы лицейҙарының береһендә уҡып йөрөгән 8-се синыф ҡыҙҙарының дарыу менән ағыуланыуы тураһында яҙғайны киң мәғлүмәт саралары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Енәйәт эше ҡуҙғатылғанЕнәйәт эше ҡуҙғатылған
Енәйәт эше ҡуҙғатылған

Стәрлетамаҡ ҡалаһы лицейҙарының береһендә уҡып йөрөгән 8-се синыф ҡыҙҙарының дарыу менән ағыуланыуы тураһында яҙғайны киң мәғлүмәт саралары.

Ҡала прокуратураһы 14 һәм 15 йәшлек биш ҡыҙҙың, ағыуланып, дауаханаға эләгеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙың береһе мәктәпкә билдәһеҙ дарыу килтерә һәм уны әхирәттәренә тәҡдим итә. Һәр береһе биш-туғыҙ төймә дарыу ҡаба.  Бынан һуң уларҙың хәле насарлана.

Ҡыҙҙар Өфөләге Республика клиник балалар дауаханаһына оҙатылған. Уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән. Хәлдәре тотороҡло ауыр.

Прокуратура шулай уҡ  бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау эшенең тейешенсә ҡуйылмауы буйынса лицей директорын киҫәткән.  

Автор:
Читайте нас