

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 13,2 процентҡа – 4,6 миллиард долларға тиклем – артҡан.
Экспорт 18 процентҡа – 3,7 миллиард долларға тиклем артҡан. Был хаҡта республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итә.
Үткән йылда Башҡортостан сеймал һәм энергетик булмаған экспорт буйынса ла тарихи максимумға еткән. Ул 2,5 миллиард доллар тәшкил иткән.
Маргарита Болычева билдәләүенсә, Төркиәгә (ике тапҡыр), АҠШ-ҡа (дүрт тапҡыр), Кореяға (16 тапҡыр), шулай уҡ БДБ илдәренә (15 тапҡыр) экспорт киҫкен артҡан. 2017 йылдан Ҡытайға экспорт күләме 50 процентҡа – 817 миллион долларға тиклем артҡан.
2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Төбәк экспорт стандарты 2.0. индереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы дүрт төбәге араһына ингән. Ә республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге икенсе йыл рәттән Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән рейтингта алда бара.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.