+13 °С
Ясно


Башҡортостан Президент гранттарының икенсе конкурсы проекттарына иң күп заявка биргән өс тәүге төбәк исемлегенә ингән. Республиканың коммерция булмаған ойошмалары 581 проект тәҡдим иткән. Йомғаҡтар июндә яһала.
Билдәләп китеүебеҙсә, Президент гранттарының беренсе конкурсына еңеүселәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында, Мәскәүҙән һәм Санкт- Петербургтан ҡала, беренсе урынға сыҡҡайны.
Башҡортостандан барлығы 74 ойошма еңеүсе исемлеген тулыландырҙы. Грант аҡсаһы 76, 2 миллион һум тәшкил итте.