+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Марта 2022, 06:40

Башҡортостан Ҡаҙағстандың «Аҡбуҙат» ойошмаһына ун комплект башҡорт милли кейеме бүләк итте

Башҡортостан Ҡаҙағстандың «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһенә ун комплект башҡорт милли кейеме бүләк итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Ҡаҙағстандың «Аҡбуҙат» ойошмаһына ун комплект башҡорт милли кейеме бүләк иттеБашҡортостан Ҡаҙағстандың «Аҡбуҙат» ойошмаһына ун комплект башҡорт милли кейеме бүләк итте
Башҡортостан Ҡаҙағстандың «Аҡбуҙат» ойошмаһына ун комплект башҡорт милли кейеме бүләк итте

Башҡортостан Ҡаҙағстандың «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһенә ун комплект башҡорт милли кейеме бүләк итте.

«Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Ҡаҙағстандағы Конгресс-бюроһы вәкиле Урал Аҙнабаев ҡыуаныстары менән уртаҡлашты.

«Костюмдарҙы күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа файҙаланырбыҙ», — тине ул.

Башҡортостан Башлығының Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында ойошма әүҙемселәре уға милли кейемдәр менән ярҙам итеүен һорағайны.

«Аҡбуҙат» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа костюмдар, Рәсәйҙән ситтә йәшәгән ватандаштарына ярҙамы һәм иғтибары өсөн рәхмәт белдерә», — тине Урал Аҙнабаев.

Автор:
Читайте нас