+7 °С
Ясно


Күңелһеҙ юл-транспорт ваҡағаһы кисә Учалы районында Белорет – Учалы – Мейәс юлының 13-сө саҡрымында теркәлгән.
Силәбе өлкәһенән 57 йәшлек водитель Chery Tiggo машинаһында юлдан сыҡып осҡан һәм ағасҡа барып бәрелгән.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул үҙе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәптәре асыҡлана.