+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 06:00

Туймазылағы ковид-госпиталь беренсе пациенттарын ҡабул итте

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Туймазылағы ковид-госпиталь беренсе пациенттарын ҡабул иттеТуймазылағы ковид-госпиталь беренсе пациенттарын ҡабул итте
Туймазылағы ковид-госпиталь беренсе пациенттарын ҡабул итте

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

“Туймазылағы яңы клиник-диагностика инфекция үҙәге тәүге пациенттарын ҡабул итте. Беҙ әйткән һүҙебеҙҙә торабыҙ. Госпиталдә пациенттарға һәм табиптарға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн бөтәһен дә эшләнек. Унда барлыҡ кәрәкле дауалау һәм диагностика ҡормалдары – КТ, ультратауыш ярҙамында тикшереү ҡорамалы, рентген-аппараттар бар. Һәр койкаға кислород тоташтырылған. Бокстар яҡты һәм иркен. Госпиталдә юғары квалификациялы һәм коронавирустан дауалау буйынса ҙур тәжрибәгә эйә медиктар эшләй. Ковид-госпиталь пациенттарына һәм республикала йәшәүсе барса кешеләргә һаулыҡ теләйем”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас