+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 03:45

Өс уйын, ике еңеү

Кисә Өфөлә хоккей буйынса Көнсығыш конференцияның ярым финалында “Салауат Юлаев” менән “Трактор” командалары араһында өсөнсө уйын үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өс уйын, ике еңеүӨс уйын, ике еңеү
Өс уйын, ике еңеү

Кисә Өфөлә хоккей буйынса Көнсығыш конференцияның ярым финалында “Салауат Юлаев” менән “Трактор” командалары араһында өсөнсө уйын үтте.

 Беренсе голды беҙҙең команда индерҙе. Икенсе осорҙоң башында “Салауаттар” иҫәпте тағы арттырҙы. Голдарҙың авторҙары – Глеб Кузьмин менән Виктор Тихонов.

“Трактор”ҙың көслө һөжөмө һөҙөмтәһендә индерелгән шайбылар нисбәте 2:1 етте.

Уйын аҙағында ҡунаҡтар, боҙға алты уйынсы сығарып, иҫәпте тигеҙләргә тырышып ҡараны. Тик Николай Кулёмин, тура ташлап, буш ҡапҡаға тағы бер гол индерҙе. Дөйөм иҫәп  “Салауат Юлаев” файҙаһына - 3:1.

Сираттағы осрашыу ҙа Өфөлә 23 мартта үтә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас