+22 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 03:25

Өс бала ҡасҡан

Стәрлетамаҡта полиция һәм ирекмәндәр 2006 йылғы Фәйрүзов Данисты, 2014 йылғы Бурнаев Алексейҙы һәм  2007 йылғы Бурнаев Артурҙы эҙләй.

Өс бала ҡасҡанӨс бала ҡасҡан
Өс бала ҡасҡан

Стәрлетамаҡта полиция һәм ирекмәндәр 2006 йылғы Фәйрүзов Данисты, 2014 йылғы Бурнаев Алексейҙы һәм  2007 йылғы Бурнаев Артурҙы эҙләй.

Улар “Ғаилә” социаль-реабилитация үҙәгендә ваҡытлыса йәшәгән. Кисә приют хеҙмәткәре ҡарауында мәктәпкә уҡырға килгәндәр һәм, педагогтан  күҙ яҙлыҡтырып, билдәһеҙ яҡҡа сығып киткәндәр. Әле уларҙың ҡайҙа икәне билдәһеҙ.

Әгәр малайҙар тураһында ниҙер беләһегеҙ икән, 89871060601 йәки 02 телефон номерҙарына шылтыратыуығыҙ һорала.    

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас