-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 08:01

Республикала йәшәүселәргә ярҙамға – медицина чаттары

Башҡортостанда “Телеграм” мессенджерында медицина чаттары булдырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала йәшәүселәргә ярҙамға – медицина чаттарыРеспубликала йәшәүселәргә ярҙамға – медицина чаттары
Республикала йәшәүселәргә ярҙамға – медицина чаттары

Башҡортостанда “Телеграм” мессенджерында медицина чаттары булдырылды. Уларҙа республикала йәшәүселәр медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы һорауҙар бирә ала, ә медицина ойошмаһы вәкиле һорауҙарға ике сәғәт эсендә яуап ҡайтарасаҡ. Шуны билдәләп китәбеҙ: чатта дауалау тәғәйенләү һәм медицина кәңәштәре алыу мөмкин түгел.

Чаттар “ЗдравКонтроль» федераль проекты сигендә булдырылған. Проекттың төп бурысы – халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәреү, был ярҙамды алыуҙы уңайлыраҡ итеү.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был проекттың бигерәк тә әле, күп эштәр онлайн башҡарылған пандемия осоронда, бик актуаль булыуын билдәләне.

Чаттар Башҡортостандың һәр медицина округында ойошторолған, улар аҙнаның алты көнөндә – дүшәмбенән алып шәмбегә тиклем иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй. Чаттар тураһында мәғлүмәт Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм медицина ойошмаларының сайттарында урынлашҡан.

Медицина чаттары, халыҡтың дауаханалар менән тура бәйләнеш каналы булараҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ халыҡтан социаль һорау алыуҙар үткәреү мөмкинлеге бирәсәк.

Сәләмәтлек чаттары мәғлүмәттәре республикалағы бөтә ҡалаларҙы һәм райондарҙы солғаған. Һәр береһендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ойоштороусылар (баш табиптар, уларҙың урынбаҫарҙары, структура бүлектәре мөдирҙәре), әүҙем кешеләр (18 йәштән өлкәнерәк ҡатнашыусылар), модераторҙар һәм волонтерҙар бар

Чатта хәл ителеүсе төп мәсьәләләр: табипҡа, медицина тикшереүенә һәм тест үтеүгә яҙылыу, норматив документтар буйынса һорауҙарға аңлатмалар биреү һәм башҡалар. Шулай уҡ чат ярҙамында өйгә табип саҡыртыу һәм поликлиникалағы сираттар проблемаһын хәл итергә мөмкин. Унда диагноз ҡуйыуға, дауалау билдәләүгә, дарыуҙар һәм түләүле хеҙмәттәр хаҡын асыҡлауға, тиҙ ярҙам эшенә, дауаханаға һалыуға ҡағылышлы һорауҙар ҡаралмай.

Үҙегеҙҙең медицина округы чатына түбәндәге һылтанма аша инә алаһығыҙ:

  1. Дыуан медицина округы – https://t.me/+8Nc_asiOCJA5YTEy
  2. Нефтекама медицина округы – https://t.me/+v8G1YQypTWA5NDFi
  3. Бөрө медицина округы – https://t.me/+s9E82ULee7oxMjky
  4. Белорет медицина округы – https://t.me/+gaLTmtcASCMzOWYy
  5. Сибай медицина округы – https://t.me/+gigpYxqH71llYjli
  6. Күмертау медицина округы – https://t.me/+mNUcVxEtMhc0NzJi
  7. Октябрьский медицина округы – https://t.me/+MrE-g_Ue6hIxYTcy
  8. Стәрлетамаҡ медицина округы – https://t.me/+KLXBfN7adE84ZTcy
  9. Өфө ҡалаһы медицина округы – https://t.me/+zEO2nmm02N8zYzVi
  10. Үҙәк медицина округы – https://t.me/+qsiDHOAZWMk5NjFi

Фото Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас